Күңел айы

Камалов Венер

0:000:00
100%

Текст песни «Күңел айы» — Венер Камалов

Һинең ҡулда минең күңел айым, Һин күрәһең ғашиҡ йәнемде. Һинең ҡулда минең күңел айым, Һин күрәһең ғашиҡ йәнемде. Тау шишмәһе йөрәк моңон тыңлай, Ярһып аҡҡан ҡайнар ҡанымды. Тау шишмәһе йөрәк моңон тыңлай, Ярһып аҡҡан ҡайнар ҡанымды. Ишетмәгән шишмә бындай моңдо, Тынып ҡалған тәрән һулышта. Ишетмәгән шишмә бындай моңдо, Тынып ҡалған тәрән һулышта. Йә, Хоҙайым, нисә быуат ағып Тәү тапҡыр мин тындым һағыштан. Йә, Хоҙайым, нисә быуат ағып Тәү тапҡыр мин тындым һағыштан. Һинең йөрәк минең күңел ҡылы, Берен сиртһәң шундай моң сыға. Һинең йөрәк минең күңел ҡылы, Берен сиртһәң шундай моң сыға. Моңдо тыңлап йондоҙҙарын айың Әйләндергән икән тамсыға. Моңдо тыңлап йондоҙҙарын айың Әйләндергән икән тамсыға. Әйләндергән икән тамсыға, Әйләндергән икән тамсыға.