Текст песни «Сәләм» — Ас-Сәләм
Көткән дуҫтар барҙа гонаһ килмәһен,
Халдәр-әхүәлдар һорап сәләм бирмәһәң,
Ҡайғы шатлыҡтарҙы ла бүлешмәһәң,
Ниңә дуҫтар, бергәләп йөрөшмәһәң?
Сәләм дуҫтар беҙҙән, ялҡынлы сәләм!
Сәләм, осрашыу насип булһын гелән,
Беҙҙе һағынып көткәнегеҙҙе лә беләм,
Шуға күрә мин һәр саҡ осоп киләм!
Сәләм дуҫтар беҙҙән, ялҡынлы сәләм!
Сәләм, осрашыу насип булһын гелән,
Беҙҙе һағынып көткәнегеҙҙе лә беләм,
Шуға күрә мин һәр саҡ осоп киләм!
Был тормоштоң ситәләре юлдары
Уҙған саҡта булһа икән дуҫтарым.
Дуҫтар менән беҙ ҡәҙерле-хөрмәтле,
Дуҫтар менән беҙ көслө һәм ҡөҙрәтле!
Сәләм дуҫтар беҙҙән, ялҡынлы сәләм!
Сәләм осрашыу насип булһын гелән,
Беҙҙе һағынып көткәнегеҙҙелә беләм,
Шуға күрә мин һәр саҡ осоп киләм!
Ышаныслы дуҫтар һәр ваҡыт кәрәк,
Улар - беҙгә, беҙ - уларға гел терәк.
Шулай булғас йәшәйек аралашып,
Бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа барғылашып!
Сәләм дуҫтар беҙҙән, ялҡынлы сәләм!
Сәләм осрашыу насип булһын гелән,
Беҙҙе һағынып көткәнегеҙҙелә беләм,
Шуға күрә мин һәр саҡ осоп киләм!
Сәләм дуҫтар беҙҙән, ялҡынлы сәләм!
Сәләм осрашыу насип булһын гелән,
Беҙҙе һағынып көткәнегеҙҙелә беләм,
Шуға күрә мин һәр саҡ осоп киләм!
Шуға күрә мин һәр саҡ осоп киләм!