Текст песни «Яңғыҙҙарҙы кемдәр яратыр» — Фәрүәз Урманшин
Беҙҙең ғүмер шулай ҡоролған
Бәхеттәргә һөйөү уралған
Парлыларға ап-аҡ мөхәббәт
Телем-телем итеп туралған
Сибәрҙәрҙе сибәр яратыр
Һөйөү урманына ҡаратыр
Моңһоуланып ҡалған яңғыҙҙарға
Бәхет ебен кемдәр таратыр
Бәхетлеләр йөрөй парланып
Һөйөү урманына алданып
Ә яңғыҙҙар ҡала ишен көтөп
Килер тиеп, һөйөү, алланып
Сибәрҙәрҙе сибәр яратыр
Һөйөү урманына ҡаратыр
Моңһоуланып ҡалған яңғыҙҙарға
Бәхет ебен кемдәр таратыр
Яңғыҙҙарҙы күреү ҡыҙғаныс
Яңғыҙ ҡалыу беләм, аяныс
Парлыларға һөйөү наҙлағанда
Уларҙы һуң кемдәр яратыр
Сибәрҙәрҙе сибәр яратыр
Һөйөү урманына ҡаратыр
Моңһоуланып ҡалған яңғыҙҙарға
Бәхет ебен кемдәр таратыр
Сибәрҙәрҙе сибәр яратыр
Һөйөү урманына ҡаратыр
Моңһоуланып ҡалған яңғыҙҙарҙы
Уларҙы һүң кемдәр яратыр
Моңһоуларҙы кемдәр яратыр