Текст песни «Хаттар» — Караташ
Хаттар килә, хаттар
Еңеп ҡыш сәмен,
Алып килә улар
Дуҫтар сәләмен.
Туҡтап тәҙрә һайын
Ел бармаҡ янай.
Йөрәгемдән тышҡа
Май гөлө ҡарай.
Буран яра-яра
Килә, хат килә,
Яҙғы ҡояш булып
Йөрәккә инә.
Буран яра-яра
Килә, хат килә
Яҙғы ҡояш булып
Йөрәккә инә,
Йөрәккә инә.
Өй түрендә йылы,
Өйөмдә сыуаҡ.
Ерҙә ел дә, ҡыш та
Юҡтыр ҙа һымаҡ.
Оса хаттар һаман,
Юлдары йыраҡ.
Дуҫлыҡ йөрөй шулай
Ер шарын урап.
Буран яра-яра
Килә, хат килә,
Яҙғы ҡояш булып
Йөрәккә инә.
Буран яра-яра
Килә, хат килә
Яҙғы ҡояш булып
Йөрәккә инә,
Йөрәккә инә.
Буран яра-яра
Килә, хат килә,
Яҙғы ҡояш булып
Йөрәккә инә.
Буран яра-яра
Килә, хат килә
Яҙғы ҡояш булып
Йөрәккә инә,
Йөрәккә инә.