Текст песни «Эгәр һин булмаһаң» — Тимур Ахмедьянов
Әгәр һин булмаһаң,
Донъяға тыумаһаң,
Кемдер үкенер ине.
Путин үлмәҫ ине,
Ҡояш һүнмәҫ ине -
Йөрәгем һүнер ине..
Алай ҙа һин ерҙә,
Минең менән бергә.
Мөхәббәттән иҫереп
Йөрәгебеҙ тибә,
Һөйөү нурын һибә,
Тимәк, беҙ әле тере.
Ун туғыҙ йыл буйы
Хистәремде тыйып
Эҙләнем һине, йәнем.
Ә һин үҙ илеңдә,
Икенсе фильмда
Эҙләгәнһеңдер мине.
Алай ҙа һин ерҙә,
Минең менән бергә.
Мөхәббәттән иҫереп
Йөрәгебеҙ тибә,
Һөйөү нурын һибә,
Тимәк, беҙ әле тере.
Көнләшеүселәр, мөхәббәтһеҙҙәр
Һәм ғәйбәтселәр бик бәхетһеҙҙәр.
Төкөр уларға, ғүмер бик ҡыҫҡа,
Һин булғанда ер оҡшаш ожмахҡа!
Көнләшеүселәр, мөхәббәтһеҙҙәр
Һәм ғәйбәтселәр бик бәхетһеҙҙәр.
Төкөр уларға, ғүмер бик ҡыҫҡа,
Һин булғанда ер оҡшаш ожмахҡа!
Әгәр һин булмаһаң,
Донъяға тыумаһаң,
Йөрәгем һүнер ине..