Текст песни «Менер инем болоттарға» — Тимур Ямалов
Алып ҡайта микән йырҙар
Кире һинең яндарыңа?
Аға микән кире һыуҙар
Үрмәләп ҡаяларға?
Менер инем болоттарға
Эҙләр өсөн яҙмышты,
Ниңә һуң шулай иртә
Ике йөрәк яңылышты?
Ниңә һуңлай икән яҙҙар?
Ҡасан ҡайта ҡыр ҡаҙҙары?
Алып килер ине улар
Утҡа ырғытҡан хаттарҙы..
Менер инем болоттарға,
Һине эҙләр инем тағын,
Ниңә һуң шулай иртә
Йөрәктәрҙә һүнде ялҡын?
Нимә һөйләй икән күҙҙәр
Уста ятҡан саҡта йөрәк?
Күпме тора икән беҙҙән,
Хәҙер кемгә еңелерәк..
Менер инем болоттарға,
Эҙләр инем тағын ваҡыт,
Ләкин шуныһы, һуңланым:
Бер йөрәк ҡалды яңғыҙ.
Менер инем болоттарға,
Менер инем бейегерәк,
Ләкин кире ?????
Әллә ҡасан уңған йөрәк