Ай һай Салауат

Караван-сарай

0:000:00
100%

Текст песни «Ай һай Салауат» — Караван-сарай

Сабып сығып сал быуаттар аша, Сапсындырып суйын саптарын, Оран һалып илгә, һай, Салауат, Мәңгелеккә әйҙәй сафтарын! Ай-һай, Салауат, тыуған илдең ҡото, Ай-һай, Салауат, тыуған илдең уты, Ай-һай, Салауат - башҡортомдоң ҡаны, Ай-һай, Салауат, үҙ халҡымдың даны! Аҡмағандай кире Ағиҙелкәй, Сүкмәгәндәй ергә Уралтау, Салауаттың йыры илдә тынмаҫ, Еңә алмаҫ рухын ҡорал-дау! Ай-һай, Салауат, тыуған илдең ҡото, Ай-һай, Салауат, тыуған илдең уты, Ай-һай, Салауат - башҡортомдоң ҡаны, Ай-һай, Салауат, үҙ халҡымдың даны! Сит ил дошмандары үҙ халҡымдың Юлдарына күпме таш өймәҫ. Батшаларға башын эймәгәндә, Сит-яттарға башҡорт баш эймәҫ! Ай-һай, Салауат, тыуған илдең ҡото, Ай-һай, Салауат, тыуған илдең уты, Ай-һай, Салауат - башҡортомдоң ҡаны, Ай-һай, Салауат, үҙ халҡымдың даны! Ай-һай, Салауат, тыуған илдең ҡото, Ай-һай, Салауат, тыуған илдең уты, Ай-һай, Салауат - башҡортомдоң ҡаны, Ай-һай, Салауат, үҙ халҡымдың даны! Ай-һай, Салауат, тыуған илдең ҡото, Ай-һай, Салауат, тыуған илдең уты, Ай-һай, Салауат - башҡортомдоң ҡаны, Ай-һай, Салауат, үҙ халҡымдың даны!