Миләшкәйем

Караван-сарай

0:000:00
100%

Текст песни «Миләшкәйем» — Караван-сарай

Тәҙерәмде астым баҡсаға, Унан миңә миләш баш ҡаға. Тәҙерәмде астым баҡсаға, Унан миңә миләш баш ҡаға. Күңлем миләш, серҙәремде миләш Һөйләмәйем һинән башҡаға! Күңлем миләш, серҙәремде миләш Һөйләмәйем һинән башҡаға.. Был өмөтһөҙ көҙҙөң һалҡынын Тоймаймы ней һинең ялҡының? Был өмөтһөҙ көҙҙөң һалҡынын Тоймаймы ней һинең ялҡының?.. Миләшкәйем, нишләп өндәшмәйһең? Ниңә шулай һуңлап балҡының? Миләшкәйем, нишләп өндәшмәйһең? Ниңә шулай һуңлап балҡының?.. Турғайҙарҙан башҡа ҡош ҡунмай, Түҙерһеңдер нисек бошонмай, Турғайҙарҙан башҡа ҡош ҡунмай, Түҙерһеңдер нисек бошонмай.. Миләшкәйем, һиңә килешәйем, Тоғролоҡты бары ҡыш һынай. Миләшкәйем, һиңә килешәйем, Тоғролоҡты бары ҡыш һынай.. Миләшкәйем, һиңә килешәйем, Тоғролоҡты бары ҡыш һынай. Миләшкәйем, һиңә килешәйем, Тоғролоҡты бары ҡыш һынай. Миләшкәйем, һиңә килешәйем, Тоғролоҡты бары ҡыш һынай. Миләшкәйем, һиңә килешәйем, Тоғролоҡты бары ҡыш һынай, Тоғролоҡты бары ҡыш һынай, Тоғролоҡты бары ҡыш һынай.