Уҙ йондоҙом

Юльякшин Радик

0:000:00
100%

Текст песни «Уҙ йондоҙом» — Радик Юльякшин

Кеше килгәс яҡты донъяға, Күктә бер йондоҙ ҡабына. Минең дә йондоҙом Яҡтырта юлымда. Ул тора яҙмышым һағында, Көс бирә арыған сағымда, Туры юл күрһәтә аҙашып ҡалғанда. Күңелем моң-зарға тулғанда. Һүнмә генә минең йондоҙом, Балҡы яҙмышым кугендә! Еңел булмаһа ла юлым, Мин бәхетле был ергә килгәнгә! Һүнмә генә минең йондоҙом, Балҡы яҙмышым кугендә! Еңел булмаһа ла юлым, Мин бәхетле был ергә килгәнгә! Еңел булмаһа ла юлым, Мин бәхетле был ергә килгәнгә! Йондоҙҙар бик күп йыһанда, Минең дә йондоҙом бар унда. Ваҡыт еткәс бер мәл , Һүнәсәк бит ул да. Нурҙар сәсеп ергә артылыр, Һуңғы тапҡыр юлды яҡтыртыр. Тик әлегә балҡый Минең баш осомда. Йыуата моңланған сағымда. Һүнмә генә минең йондоҙом, Балҡы яҙмышым кугендә! Еңел булмаһа ла юлым, Мин бәхетле был ергә килгәнгә! Һүнмә генә минең йондоҙом, Балҡы яҙмышым кугендә! Еңел булмаһа ла юлым, Мин бәхетле был ергә килгәнгә. Мин бәхетле был ергә килгәнгә! Һәр кемдең бар үҙ йондоҙо, Һәр кемдең бараһы үҙ юлы, Шатлыҡтары-ҡайғы, Үҙ моңо-зарҙары. Әгәр ҙә ауыр хәлдә ҡалһам, Тормошҡа ышаныс юғалтһам, Үҙ йондоҙом мине Йыуатыр ташламаҫ. Ул мине яңғыҙым ҡалдырмаҫ. Һүнмә генә минең йондоҙом, Балҡы яҙмышым кугендә! Еңел булмаһа ла юлым, Мин бәхетле был ергә килгәнгә! Һүнмә генә минең йондоҙом, Балҡы яҙмышым кугендә! Еңел булмаһа ла юлым, Мин бәхетле был ергә килгәнгә. Еңел булмаһа ла юлым, Мин бәхетле был ергә килгәнгә! Мин бәхетле был ергә килгәнгә!