Хөйгәнемә рәхмәт әйтегеҙ

Ханов Айгиз

0:000:00
100%

Текст песни «Хөйгәнемә рәхмәт әйтегеҙ» — Айгиз Ханов

Һинең менән, иркәм осрашҡанда Осҡон булып күңелем ҡабынды. Йөрәгемә осло уҡтар булып Һөйөү хисе килеп ҡаҙалды, ҡаҙалды. Елдәр, елдәр, йомшаҡ, наҙлы елдәр, Теләгемде ҡабул итегеҙ! Йылы ҡояш нурҙарына төрөп Һөйгәнемә һөйөү илтегеҙ, Һөйгәнемә рәхмәт әйтегеҙ. Һинең менән бәғрем осрашҡанда Сәскә ата ине сирендәр. Һөйәм һине, һине наҙлы ғынам, Һинең балдай татлы ирендәр, ирендәр. Елдәр, елдәр, йомшаҡ, наҙлы елдәр, Теләгемде ҡабул итегеҙ! Йылы ҡояш нурҙарына төрөп Һөйгәнемә һөйөү илтегеҙ, Һөйгәнемә рәхмәт әйтегеҙ. Яңғыҙлыҡта өшөгән күңелемде Иреттерҙе нурлы йөҙҙәрең, Йәшәүемә бөтмәҫ дарман бирҙе Күк йөҙөндәй зәңгәр күҙҙәрең, күҙҙәрең. Елдәр, елдәр, йомшаҡ, наҙлы елдәр, Теләгемде ҡабул итегеҙ! Йылы ҡояш нурҙарына төрөп Һөйгәнемә һөйөү илтегеҙ, Һөйгәнемә рәхмәт әйтегеҙ, Һөйгәнемә рәхмәт әйтегеҙ.