Тыуған көн

Фәтхетдинов Салауат

0:000:00
100%

Текст песни «Тыуған көн» — Салауат Фәтхетдинов

Күңелемдәге теләктәрҙе гөлдәргә үреп бирәм. Гөлгә күмеп, бөгөн һине “Ҡәҙерлем минем”, - тиәм. Тыуған көнөң менән ҡотлайым, йырҙар яҙам бүләккә, Һин гүзәлем, гүзәлкәйем, матур бөгөн бигерәк тә. Бәхетле бул, ҡайғы күрмә! Һағыштарға уралма. Тыуған көнөң яҡты булһын, Ҡараңғыла юғалма! Бәхетле бул, ҡайғы күрмә! Һағыштарға уралма. Тыуған көнөң яҡты булһын, Ҡараңғыла юғалма! Ҡарама ағым һыуҙарға, йәшлегеңде ҡыҙғанып. Ултырма тыуған көнөңдә йәштәреңә һыланып. Иҫһен елдәр, наҙлап һине, баш иҫһендәр ҡайындар, Һайрар ҡоштар ҡайын һайын, һин дә йырла һайраптар. Бәхетле бул, ҡайғы күрмә! Һағыштарға уралма. Тыуған көнөң яҡты булһын, Ҡараңғыла юғалма! Бәхетле бул, ҡайғы күрмә! Һағыштарға уралма. Тыуған көнөң яҡты булһын, Ҡараңғыла юғалма! Көҙҙәр кеүек һарыланма, ҡыштар кеүек ағарма, Йәйҙәр кеүек яғымлы бул, өмөт бағла яҙҙарға. Килер бәхет бик көттөрөп, шатлығың да күп булыр. Ғәзиз әсәй бүләк иткән иң ҙур бүләк шул булыр! Бәхетле бул, ҡайғы күрмә! Һағыштарға уралма. Тыуған көнөң яҡты булһын, Ҡараңғыла юғалма! Бәхетле бул, ҡайғы күрмә! Һағыштарға уралма. Тыуған көнөң яҡты булһын, Ҡараңғыла юғалма! Тыуған көнөң яҡты булһын, Ҡараңғыла юғалма, Ҡараңғыла юғалма!