Кәҙерле моң

Миңлеғолов Ғайсар

0:000:00
100%

Текст песни «Кәҙерле моң» — Ғайсар Миңлеғолов

Һәр бер кулдең була үҙ ярҙары, Һәр бер ярҙың була үҙ ҡомо. Һәр кешенең була үҙ йырҙары, Үҙ булмышы, теле, үҙ моңо. Һинең йырҙа торна сыңрауҙары, Моңһоуланған ҡөҙҙөң һағышы. Саф һыуҙарын ер өҫтөнә биргән Шишмәләрҙең тынмаҫ ағышы. Һинең йырҙа яҙғы тәбиғәттең, Иҫертерлек ҡайнар һулышы. Тыйнаҡ ҡына башҡорт ҡыҙҙарының, Тәрән хисле ябай булмышы. Һинең йырҙа торна сыңрауҙары, Моңһоуланған ҡөҙҙөң һағышы. Саф һыуҙарын ер өҫтөнә биргән Шишмәләрҙең тынмаҫ ағышы. Саф һыуҙарын ер өҫтөнә биргән Шишмәләрҙең тынмаҫ ағышы. Моңдарыңдан әйҙә йылы алһын, Һәр бер йортта ғаилә усағы. Минең дә бит ошо серле моңдан Күңелемдең тулған бер сағы. Һинең йырҙа торна сыңрауҙары, Моңһоуланған ҡөҙҙөң һағышы. Саф һыуҙарын ер өҫтөнә биргән Шишмәләрҙең тынмаҫ ағышы. Саф һыуҙарын ер өҫтөнә биргән Шишмәләрҙең тынмаҫ ағышы.