Текст песни «Йыһанда» — МС Алаҡан, Лиана Хәбибуллина
Һинең өсөн, һөйгәнем, йөрәк түренән ағылған һүҙҙәр,
Хәтерҙән юйылмаҫ инде был наҙлы күҙҙәр,
Был ҡара сәстәрен, һәм был татлы ирендәр.
Йөрәккә шатлыҡ тула, әгәр булһаң минең эргәмдә.
Һинһеҙ көндәрем ҡараңғы һымаҡ, һинһеҙ был донъя минең өсөн ямаҡ,
Һине күргәндә йөрәгем елкенә, күкрәгемде йыртып ул сығыр һымаҡ.
Дөрләп, яна ялҡындар, тик һинһеҙ мин һалҡында,
Беҙ бергә булғанда, бәхетле минуттар.
Беҙ осабыҙ бергә, йыһанда, йыһанда,
Мөхәббәт ялҡынының беҙ усағында,
Һинен менән бергә булғанда, булғанда
Башҡа бер ни кәрәкмәй был донъяла.
Һинең өсөн, һөйгәнем, йөрәк түренән ағылған һүҙҙәр,
Хәтерҙән юйылмаҫ инде был наҙлы күҙҙәр,
Был йылы ҡулдарың һәм был наҙлы ҡарашың.
Тәрән тойғоларҙа йөҙәм һәм юғала башым.
Һинеке генә мин булғым килә,
Ҡосағыңда, тойғоларҙа юғалғым килә.
Минең йөрәгемдең һин иң түрендә,
Һинең менән мин мәңге ҡалғым килә.
Дөрләп яна ялҡындар, тик һинһеҙ мин һалҡында,
Көн һайын осрашыуҙарҙа бәхетле минуттар.
Беҙ осабыҙ бергә, йыһанда, йыһанда,
Мөхәббәт ялҡынының беҙ усағында,
Һинен менән бергә булғанда, булғанда
Башҡа бер ни кәрәкмәй был донъяла.
Беҙ осабыҙ бергә, йыһанға, йыһанға,
Мөхәббәт ялҡынының беҙ усағында,
Һинен менән бергә булғанда, булғанда
Башҡа бер ни кәрәкмәй был донъяла.
Беҙ осабыҙ бергә, йыһанда, йыһанда,
Мөхәббәт ялҡынының беҙ усағында,
Һинен менән бергә булғанда, булғанда
Башҡа бер ни кәрәкмәй был донъяла,
Башҡа бер ни кәрәкмәй был донъяла.