Шундай мәлдәр

Ус алам

0:000:00
100%

Текст песни «Шундай мәлдәр» — Ус алам

Шундай мәлдәр була, мәлдәр була, Таңға, яҙға, гөлгә ҡарамай, Емерелеп төшә күҙгә ҡаштар Шишмәләргә ауған ҡаялай. Шундай мәлдәр була, мәлдәр була, Бөтәһе лә ят та сит кеүек, Йөрәгеңде тот та юл ситенә Юл ситенә ат та кит кеүек. Ҡалҡаһың да шул саҡ дуҫым минең, Юлдарымды белеп күрәһең, Шишмәләрҙе таштан таҙартаһың, Йөрәгемде табып бирәһең. Шундай мәлдәр була, Бөтәһе лә ят та сит кеүек, Йөрәгеңде тот та юл ситенә Юл ситенә ат та кит кеүек. Шундай мәлдәр була, мәлдәр була, Таңға, яҙға, гөлгә ҡарамай, Емерелеп төшә күҙгә ҡаштар Шишмәләргә ауған ҡаялай. Шундай мәлдәр була, мәлдәр була, Таңға, яҙға, гөлгә ҡарамай, Емерелеп төшә күҙгә ҡаштар Шишмәләргә ауған ҡаялай.