Текст песни «Нимә булды фәрештәм» — Азамат Тимеров
Гәрәбәнән теҙгән мунсаҡҡайыңдың,
Гәрәбәһе ҡайһы ғына илдәрҙән?
''Тапмаҫ был'' тиеп уйлама, табырмын,
Елдәр эҙләп таба алмаҫ ерҙәрҙән!
Беләҙегең-алҡаларың көмөштән,
Күңелдәрең ник һыуынды, фәрештәм?
Йөҙөгөңә аҫыл таштар тапманым,
Нахаҡ һүҙҙәр кем һөйләне, аппағым?
Йөҙөгөңә аҫыл таштар тапманым,
Нахаҡ һүҙҙәр кем һөйләне, аппағым?
Ынйыларҙан теҙгән мунсаҡҡайыңдың,
Ынйылары ҡайһы ғына яҡтарҙан?
Мин ҡағылған ҡайнар ҡулҡайҙарыңа
Ҡағылдыра күрмә берүк яттарҙы.
Беләҙегең-алҡаларың көмөштән,
Күңелдәрең ник һыуынды, фәрештәм?
Йөҙөгөңә аҫыл таштар тапманым,
Нахаҡ һүҙҙәр кем һөйләне, аппағым?
Беләҙегең-алҡаларың көмөштән,
Күңелдәрең ник һыуынды, фәрештәм?
Йөҙөгөңә аҫыл таштар тапманым,
Нахаҡ һүҙҙәр кем һөйләне, аппағым?
Йөҙөгөңә аҫыл таштар тапманым.
Нахаҡ һүҙҙәр кем һөйләне, аппағым?