Текст песни «Беҙ бергә саҡта» — Тулҡын
Ҡанаттарым булhа минең,
Яныңа осар инем.
Һағындым шул тиклем hине,
Аңламайhың hин мине.
Булhам тағы ла йылға,
Ағар инем яныңа.
Ташҡын булып ярға ырғып,
Алар инем осағыма.
Ә күктән болоттар
Беҙгә йылмайырҙар,
Һәм яуыр ап-аҡ ҡар
Беҙ бергә саҡта,
Беҙ бергә саҡта.
Күктәге йондоҙ булhам,
Айҙың янында торhам.
Атылыр инем күктән,
Теләктәреңде утәп.
Тағы ла булhам мин ут,
Мәңге түгел бер минут.
Яныр инем эргәңдә,
Һиңә hыуыҡ көндәрҙә.
Ә күктән болоттар
Беҙгә йылмайырҙар,
Һәм яуыр ап-аҡ ҡар
Беҙ бергә саҡта,
Беҙ бергә саҡта.
Ә күктән болоттар
Беҙгә йылмайырҙар,
Һәм яуыр ап-аҡ ҡар
Беҙ бергә саҡта,
Беҙ бергә саҡта.