Текст песни «Уйҙарымда тик һин генә» — Салауат Мөхәмәтйәров
Мөхәббәтем шундай яҡты ине,
Бер йондоҙо ғүмер күгенең,
Тик белмәнем хыял йондоҙомдоң
Баш осонда мәңге түгелен.
Аҡ йондоҙҙар яуғанда,
Ергә яҙҙар килгәндә
Аҡ хыялдар уяна.
Уйҙарымда һин генә,
Йөрәгемдә һин генә,
Һин генә..
Ул йылмайған саҡта бер ынтылып
Ник ҡыйманым алып төшөргә?..
Һөйөү киткәс кенә әҙербеҙ шул
Күккә үрләп, диңгеҙ кисергә.
Аҡ йондоҙҙар яуғанда,
Ергә яҙҙар килгәндә
Аҡ хыялдар уяна.
Уйҙарымда һин генә,
Йөрәгемдә һин генә,
Һин генә..
Мөхәббәтем шундай яҡты ине,
Бер йондоҙо ғүмер күгенең,
Тик белмәнем хыял йондоҙомдоң
Баш осонда мәңге түгелен.
Аҡ йондоҙҙар яуғанда,
Ергә яҙҙар килгәндә
Аҡ хыялдар уяна.
Уйҙарымда һин генә,
Йөрәгемдә һин генә,
Һин генә..
Һөйөү киткәс кенә әҙербеҙ шул
Күккә үрләп, диңгеҙ кисергә...