Текст песни «Ишкәксе йыры» — Ирек Ноғоманов
Бөтөнләйгә инде йыраҡтарға,
Пар аҡҡоштар киткән был күлдән.
Мин дә китәм инде, шул яҡтарға ҡарап,
Тик үкенмәм микән, үкенмәм?
Мин дә китәм инде, шул яҡтарға ҡарап,
Тик үкенмәм микән, үкенмәм?..
Мин дә китәм, иркәм, шул яҡтарға,
Кәмәләрҙә яңғыҙ йөҙәргә.
Армаҫ микән ҡулым, талмаҫ микән ҡулым,
Ишкәктәрҙе яңғыҙ ишкәндә?
Талмаҫ микән ҡулым, армаҫ микән ҡулым,
Ишкәктәрҙе яңғыҙ ишкәндә?..
Ул да минең кеүек һарғаймаһын,
Гүзәл ҡошом минең, аҡҡошом.
Унан башҡа бәхтем ярты ғына минең,
Нисек итеп уны онотаһы,
Унан башҡа бәхтем ярты ғына минең,
Нисек итеп уны онотаһы,
Нисек итеп уны онотаһы,
Нисек итеп уны онотаһы...