Аҡсарлаҡ

Бәхтиева Алһыу

0:000:00
100%

Текст песни «Аҡсарлаҡ» — Алһыу Бәхтиева

Ел бауырлап осҡан ҡоштар Аҡсарлаҡ түгел микән? Һин киткәнгә мин түҙермен, Йөрәгем түҙер микән? Һин киткәнгә мин түҙермен, Йөрәгем түҙер микән?.. Аҡсарлаҡтар уйнар күлдә Табып алдым пар ҡанат. Һөйөүеңдең билге(һе) тип Түшемә ҡуйҙым ҡаҙап. Һөйөүеңдең билге(һе) тип Түшемә ҡуйҙым ҡаҙап. Ҡаурый ғына тороп ҡалды Ҡанатлы һөйөүемдән. Ҡайтауаздар ғына ҡалды “Яратам”, — тиеүеңдән, Ҡайтауаздар ғына ҡалды “Яратам”, — тиеүеңдән... Ел бауырлап осҡан ҡоштар Аҡсарлаҡ түгел микән? Һин киткәнгә мин түҙермен, Йөрәгем түҙер микән? Һин киткәнгә мин түҙермен, Йөрәгем түҙер микән? Һин киткәнгә мин түҙермен, Йөрәгем түҙер микән, Йөрәгем түҙер микән, Йөрәгем түҙер микән?..