Текст песни «Бала саҡ вальсы» — Алһыу Бәхтиева
Был донъяға нимә булған?
Тирә яғым моңға сумған.
Әйләнәбеҙ ҡара ҡаршы,
Ә күҙҙәргә һағыш тулған.
Әйләнәбеҙ парланышып
Бала саҡтың һуңғы вальсын,
Ошо ябай, изге моңдар
Йөрәктәрҙә мәңге ҡалһын.
Әйләнәбеҙ парланышып
Бала саҡтың һуңғы вальсын,
Ошо ябай, изге моңдар
Йөрәктәрҙә мәңге ҡалһын.
Һау бул инде, тыуған мәктәп,
Күрешкәнгә тиклем дуҫтар.
Таралабыҙ төрлө яҡҡа
Ҡанат ҡағып осор ҡоштай.
Әйләнәбеҙ парланышып
Бала саҡтың һуңғы вальсын,
Ошо ябай, изге моңдар
Йөрәктәрҙә мәңге ҡалһын.
Әйләнәбеҙ парланышып
Бала саҡтың һуңғы вальсын,
Ошо ябай, изге моңдар
Йөрәктәрҙә мәңге ҡалһын.
Уҡытыусым - тоғро дуҫым
Кәңәш бирә һуңғы тапҡыр:
"Абынмайса атла алға
Барыр юлдар булмаҫ таҡыр".
Әйләнәбеҙ парланышып
Бала саҡтың һуңғы вальсын,
Ошо ябай, изге моңдар
Йөрәктәрҙә мәңге ҡалһын.
Борсолмағыҙ, тапшырырбыҙ
Заман ҡуйған һынауҙарҙы.
Тормошҡа беҙ ашырырбыҙ
Уйҙарҙағы хыялдарҙы.
Әйләнәбеҙ парланышып
Бала саҡтың һуңғы вальсын,
Ошо ябай, изге моңдар
Йөрәктәрҙә мәңге ҡалһын.
Әйләнәбеҙ парланышып
Бала саҡтың һуңғы вальсын,
Ошо ябай, изге моңдар
Йөрәктәрҙә мәңге ҡалһын,
Ошо ябай, изге моңдар
Йөрәктәрҙә мәңге ҡалһын,
Ошо ябай, изге моңдар
Йөрәктәрҙә мәңге ҡалһын.